27.04.2019 Песков Путин тураһында асыҡтан-асыҡ әйтте лә ҡуйҙы...
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков етәксеһенең эшмәкәрлегенә бәйле бер нисә яңылыҡ әйтте.
Тәүгеһе: "Владимир Путин менән тура линия" йәй көнө буласаҡ. Интрига ҡалһын өсөнмөлөр, теүәл көнөн әйтмәне. Әлеге мөһим сара былтыр 7 июндә, 2017 йылда 15 июндә үткәйне. Фаразлап, моғайын, быйыл июндең йә 6-һында йә 13-өндә үтәсәк, тигән булайым әле. 13-өнә үк ҡалмаҫ та, бәлки.
Президент тура бәйләнештә халыҡ һорауҙарына яуап бирә.
Песков әйткән икенсе яңылыҡ: баҡһаң, беҙҙең ил башлығы йоҡламай, имеш. "Ул бит Путин, ул йоҡламай, ул эшләй", - тигән матбуғат секретары. Дмитрий Песков шаяртырға ярата ул. Ғөмүмән, әҙерәк шаян һүҙ һөйләп алыу ҙа кәйефте күтәрә.
Ҡыҫҡаһы, "Владимир Путин менән тура линия"ға бирерлек һорауҙарҙы барлай торайыҡ.