27.04.2019 Ишейҙәр ағас ултыртты
#зеленаябашкирия2019
27 апрелдә "Берҙәм ағас ултыртыу көнө" акцияһын Баймаҡ районының Ишей ауылы халҡы дәррәү күтәреп алды. Шәхси эшҡыуар Анатолий Филин Ҡана урман хужалығы участогында ағас ултыртыу акцияһын ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, халыҡ был башланғысҡа ихлас ҡушылды. Үҙебеҙ йәшәгән ерҙе йәшелләндереү өсөн бар ауыл халҡы сыҡты. Бер көндә 7 гектарға яҡын ергә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.
Ағас ултыртыу айлығы һәм “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты – урманға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәмғиәттең иғтибарын урман ресурстарын һаҡлауға, тергеҙеүгә йәлеп итеү.