«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыу йылының башы кисектерелергә мөмкин



26.04.2019 Уҡыу йылының башы кисектерелергә мөмкин

Рәсәй Дәүләт Думаһының ҡайһы бер депутаттары уҡыу йылы ҡасан башланырға, ҡасан тамамланырға тейешлеге тураһында мәсьәлә күтәрҙе.

Илебеҙ ҙур, төбәктәре төрлөсә. Шуға күрә унда йәшәйеш тә төрлө. Мәҫәлән, бәғзе бер яҡтарҙа уҡыу йылын 1 октябрҙә башлау ҙа уңайлы булыр ине, ти депутаттар.

Сәбәбен ябай ғына итеп аңлаталар. “Беҙҙең ил курорттарының туристик потенциалы уҡыусылар өсөн дә ҡулланылырға тейеш. Шифаханалар, профилакторийҙар, балалар лагерҙары “бәрхәт миҙгел”дә буш тормаһын өсөн уҡыу йылын һуңғараҡ башларға ла мөмкин”, - тигән сәйәсмән Михаил Дегтярев.

Тик был парламентарийҙар бер нәмәне онотҡан шикелле. Уҡыуға бер ай һуңғараҡ төшкәс, май аҙағында түгел, ә июнь һуңында уҡыуҙан туҡтарға тейешме икән балалар? Ул мәлдә лә туристик миҙгелдең ҡыҙған сағы була ла баһа.

Әйткәндәй

Турист, тигәндән. “Бөтәһе лә индерелгән” системаһында эшләүсе Төркиә отелдәре “Оранжевый флаг” проектын башлай. Уның маҡсаты – туҡланыу процесына туристарҙың мөнәсәбәтен үҙгәртеү, аҙыҡ ҡалдыҡтарын кәметеү. Ҡыҫҡаһы, төрөктәр, тәрилкәгеҙгә ашап бөтөрә алырлыҡ ҡына ризыҡ һалығыҙ, ти. Тәрилкәләрҙең дә бәләкәйерәген ҡуйырға уйлайҙар. Кеше диңгеҙ буйына ашарға түгел, ә ял итергә бара түгелме ни?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға