«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бизнесты кем талай?



26.04.2019 Бизнесты кем талай?

Эшҡыуарҙарҙың түҙемлеге бөткән. Бөтөр ҙә. Бигерәк ялҡыталар бит.

Эш хатта Рәсәйҙең генераль прокурорына тиклем барып еткән.

Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Рәсәй Президенты янындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, бизнесмендарҙы хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың үҙҙәренән яҡларға кәрәк, тип Юрий Чайкаға үтенес ебәргән.

Генераль прокурорға, айырыуса, Түбәнге Новгород, Әстерхан өлкәләре, Башҡортостан эшҡыуарҙарын баҫымдан яҡлау кәрәклеге тураһында әйтелгән. Мәҫәлән, беҙҙең республиканың һәр бишенсе эшҡыуары тармаҡ омбудсменына мөрәжәғәт иткәндә көс структураларына йә суд ғәҙелһеҙлегенә зарлана.

Бизнесты талау маҡсатында енәйәттә ғәйепләү осраҡтары күбәйә бара икән. Енәйәтсе булғың килмәһә, аҡса төртәһең. Ә ришүәт түләгең дә килмәһә, баҫым шул тиклем көслө буласаҡ ки, ул сағында бизнесың да бөтә, репутацияң да төшә. Бына шулай үҫергә тырышып ята эшҡыуарҙар.

Бер нәмә аптырата: был хоҡуҡ һаҡлаусылар, тәфтишселәр араһында намыҫлылар торған һайын әҙәйгән кеүек. Йә полицейскийҙың миллиондарса һумға торошло мөлкәте барлығы асыҡлана, йә абруйлы етәксе погонлылар хеҙмәттәшен көсләй, йә...











Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға