«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам хөрмәтенә - 10 000 һум



26.04.2019 Байрам хөрмәтенә - 10 000 һум

Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы указына ҡул ҡуйҙы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына ҡағылышлы.

Документта һүҙ ветерандарға Еңеү байрамы алдынан йыллыҡ түләү тураһында бара. Элекке яугирҙәр 10 000 һум аласаҡ. Рәсәйҙекеләр генә түгел, ә Эстония, Латвия, Литва ветерандары ла алып ҡыуаныр.

Бик әҙ генә ҡалып барған ҡарттарға был аҡсалар ҙа ҙур һымаҡ инде. Береһен дә онотоп ҡалдырмаһындар ине.

Бәғзе бер төбәктәрҙә ветерандарға ошо Еңеү көнөндә генә иғтибар була, тип тә әйтәләр. Беҙҙә һәр саҡ ҡараулыларҙыр, моғайын.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға