«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?



25.04.2019 Клон. 251-се серия? Лео урынына - ағас?

Клон һарыҡ Долли. Бер ваҡыт уның тураһындағы яңылыҡтар модала ине. Ә "Клон" сериалын ҡарауҙарыбыҙҙы иҫләйһегеҙме? Клон-кеше менән шунда таныштыҡ. Улар бүстәк булған икән. Беҙҙә ағастарҙы клонлаштыралар.

Башҡортостандың урман генофондын ишәйтеү өсөн Россельхозүҙәктең төбәк биотехнологик лабораторияһында (Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан) ағастарҙы микроклонлаштырыу буйынса эштәр башланған.

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, ағастарҙы клонлаштырыу ҡиммәтле тоҡомдағыларының генофондын һаҡларға мөмкинлек бирә.

Әле лабораторияла ҡайын менән уҫаҡты клонлайҙар. Бер грамм материалдан 11 меңгә яҡын "яралғы" алырға була. Артабан микроүҫентеләрҙән микроһабаҡтар сығасаҡ. Уларҙы тупраҡҡа ултырталар.

Шәп икән ул клон-ағастар. Иммунитеттары тотороҡло, "әсә" ағастың бөтә файҙалы сифатын алалар.
Әлбиттә, әлегә лабораторияла һынауҙар ғына бара. Урман хужалығы министрлығы бал йыйыу өсөн йүкәне, шулай уҡ ҡайын менән уҫаҡты үрсетергә ниәтләй.

Белгестәр әйтеүенсә, микроклонлаштырыуҙың ыңғай яҡтары етерлек.

...Бөрйән урманының клоны күҙ алдыма баҫтысы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға