«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урмандарҙы бергәләп тергеҙәйек!



27.04.2019 Урмандарҙы бергәләп тергеҙәйек!

20 апрелдән 20 майға тиклем «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы үтә. Уның маҡсаты – урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмәғәтселекте урман ресурстарын һаҡлау, уларҙы тергеҙеү проблемаларына йәлеп итеү.

Айлыҡ барышында 27 апрелдә респуб­ликаның бөтә ҡала-райондарында «Ағас ултырт – тормош бүләк ит!» акцияһы үтәсәк. Бынан тыш, «Үҙ ағасыңды ултырт!», «Хәтер урманы» акцияларын уҙғарыу ҙа ҡарал­ған. Был сараларҙа урман фонды ерҙәрендә 7 мең гектарҙа 1 млн 600 мең ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тополь үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Урын­дағы урман хужа­лыҡтары йәшелләндереү айлығында ҡатнашыусыларҙы ағас ултыртыу өсөн кәрәк-яраҡтар менән үҙҙәре тәьмин итәсәк. Төп сара Өфө урман хужалығы биләмәһендә – Кушнаренко районының Солтанай ауылы янында БДАУ, Өфө урман техникумы студенттары – волонтерҙары, йәш армеецтар (барлығы 300 кеше) ҡатнашлы­ғында уҙа.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға