«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше



25.04.2019 Маринаның "Мәҙинә"гә ҡаршы көрәше

Инорс биҫтәһендә урынлашҡан “Мәҙинә” мәсетенә ҡаршы тирә-яҡ йортта йәшәүселәр өс йыл буйына ялыу итә. Уларға мәсеттең тауыш аппаратураһынан яңғыраған аҙан тауышы һәм доғалар уҡыу оҡшамай. Бигерәк тә иртәнге намаҙға саҡырған аҙан тауышы халыҡты сығырынан сығара. Был эштең башында йөрөүсе Марина исемле мәрйә Башлыҡҡа хат та яҙған. Уға тиклем прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Киске 11-ҙән һуң тауышланмау тураһында закондың мәсеткә ҡағылмауын белгәс, дини ойошмалар менән бәхәсләшкән.


Хәҙер мәсеттә, урындағыларҙың тыныслығын һаҡлап, иртәнге һәм киске аҙан тауышын яңғыратмайҙар икән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға