«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!



25.04.2019 Иң бай "оперҙар" ҡайҙа? Беҙҙә!

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең 34 миллион һумлыҡ мөлкәте тартып алынған.


Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, был милек дәүләт файҙаһына тотоноласаҡ.

Контроль ведомствоһы 36 йәшлек үтә мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйҙың килеме һәм сығымдарының тап килмәүенә иғтибар иткән. Полиция подполковнигы 2012 йылдан алып 2017-гә тиклем 6 элиталы фатир, 4 туҡталҡа урыны, коттедж, ер участкаһы һәм “внедорожник” һатып алған. Ошо иҫәптән 2 фатир — Ҡырымдың Эвпатория ҡалаһында. Хеҙмәт хаҡы йылына 1 миллион һум булған полицейский, һатып алған мөлкәтен декларацияға индермәү өсөн, пенсионер туғандарына һәм яҡындарына теркәгән.

Бөгөн ул ышанысты юғалтыу сәбәпле эске эштәр органдарынан ҡыуылған. Башы өҫтөндә болоттар ҡуйыра башлағас, ир мал-мөлкәтен һатыуға ҡуйған булған. Суд һатыуҙан килгән аҡсаның 13 миллион һумын да тартып алған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға