25.04.2019 Башҡорт "вахтовигы" Сахалинда янып үлгән
Бөгөн иртәнсәк Сахалинда утлы фажиғә ҡупҡан. Сахалин ГРЭС-2 төҙөүселәренең ике ҡатлы дөйөм ятағы янып киткән.
Сэндвич-панелдәр утҡа бирешмәй тиһәлар ҙә, "Бәйләнештә" селтәрендәге "ЧП Сахалин" төркөмөндә һүрәттәрҙә йәшәү модулдәре тулыһынса янып бөткәне күренә. Ут беренсе ҡатта сыҡҡан, аҙак икенсе ҡатты ла ялмап алған.
Үкенескә күрә, өс кеше уттан һәләк булған. Уларҙың Алтай, Башҡортостан һәм Красноярск крайынан икәне мәғлүм. Тағы биш ирҙең тәне бешкән, уларҙы Томарин үҙәк район дауаханаһына илткәндәр.
Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы «ТЭК Мосэнерго» һәләк булыусыларҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә ярҙам итергә теләк белдергән.