24.04.2019 Өфөнөң 38-се почетлы гражданы кем булды икән?
Билдәле балерина, РСФСР һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры һәм балет труппаһының художество етәксеһе, Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының художество етәксеһе Леонора Сафый ҡыҙы Ҡыуатоваға баш ҡаланың 38-се почетлы гражданы тигән исем бирелде.
Леонора Ҡыуатова Өфөлә тыуп үҫкән. Ленинград хореография училищеһын тамамлағандан һуң 1967 йылдан бирле Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләне.