«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һигеҙ сәғәт эшләп кенә район менән идара итеп булмай...



24.04.2019 Һигеҙ сәғәт эшләп кенә район менән идара итеп булмай...

Чиновник һәр саҡ эштә. Тиҙҙән был ғәҙәти күренеш буласаҡ. Һеҙ түрәгеҙҙе киске 19:00 сәғәттә лә, йәкшәмбе иртәһендә лә, байрам көндәрендә лә эштә тап килтерә аласаҡһығыҙ.

Ай-буй, түрә ҡасан ял итәсәк? Иҫләйһегеҙҙер әле, Мортаза Рәхимов Президент булғанда гел шәмбе көн таң менән райондарға сыға торғайны. Өфөлә лә Аҡ йорттан киске 22:00 сәғәттәрҙә генә эштән сыҡҡан, ти. Шулай булғас, беҙҙең чиновниктарға эш көнө нормаһы күптән булмаған инде ул.

Ә етди әйткәндә, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында"ғы законға үҙгәрештәр индергәйне, әле шул ғәмәлгә ашырыла башланы.

Яңы закон айырыуса район, ҡала башлыҡтарына ҡағыла. Республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, улар былай ҙа йә эштә, йә бәйләнештә. Нисек инде 9:00 менән 18:00 араһында ғына район менән идара итергә өлгөрәһең?!

Шуға ла түрәләргә "ненормированный" эш көнө билдәләнә.

Тағы шуныһы: муниципалитет башлыҡтарына дәүләт серен дә һөйләйәсәктәр. Контрактта ошондай пункт күрһәтелә. Сергә эйә булаһың икән, һине сит илгә сығармауҙары ла бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға