«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Авария урынынан ҡасыусыларға төрмә янай



24.04.2019 Авария урынынан ҡасыусыларға төрмә янай

Рәсәй Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасыусыларға ҡарата енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Уға ярашлы, әгәр ҙә аварияла кешеләр йәрәхәтләнһә, ҡасҡалаҡ водителгә 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр, йәки 4 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Фажиғәлә кеше һәләк булһа - 2 йылдан алып 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Ике йәки унан күберәк кеше үлһә - 4 йылдан 9 йылға тиклем төрмә янаясаҡ.

Бығаса авария урынын ташлап китеүселәргә административ яза бирелә ине. Улар водитель таныҡлыҡтарынан 1 йылдан йыл ярымға тиклем мәхрүм ителде, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алынды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға