«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Әсәлек капиталы” менән социаль ипотеканы ҡаплап булмаясаҡ



24.04.2019 “Әсәлек капиталы” менән социаль ипотеканы ҡаплап булмаясаҡ

Был хәбәр күптәрҙе шаңҡытты – социаль ипотека программаһы менән алынған торлаҡ өсөн 453 мең һум апаруҡ файҙа килтерә ине.


“Балалы ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы” тураһындағы федераль законға ингән үҙгәрештәр буйынса, Рәсәй Банкы контролендәге займ биреүсе ойошмалар исемлегенә инмәгән учреждениеларға “әсәлек капитал”ын күсереүҙә сикләүҙәр бар хәҙер. Ҡыҫҡаһы, ундайҙарға мөрәжәғәт итеп дәүләт ярҙамын файҙаланып булмаясаҡ.

Был мәсьәләне яйға һалыу өсөн Дәүләт торлаҡ фондында һөйләшеүҙәр бара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға