«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнөң Арбаты буласаҡ



23.04.2019 Өфөнөң Арбаты буласаҡ

Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙәге Ағиҙел күпере киңәйә. Бығаса ике күпер аша үтеп булһа, хәҙер уларҙы ҡушып, бер бөтөн итәсәктәр.

Аптырата бит шундағы тығындар. Хет биш күпер булһын. Ҡалаға инеп сыҡҡан машиналар һаны кәмемәҫ тә, гел тығында ултырырбыҙ төҫлө.

Ике күперҙе тоташтырыу өсөн тәүге нигеҙ ташын Ҡала көнөндә, 12 июндә һалырға күҙаллайҙар.

Төҙөлөш барышында юлдар ябылмаясаҡ, тигән булалар. Яңы күпер өс һыҙатлы ителә. 1984 йылғыһы биш һыҙатлы. Йәмғеһе һигеҙ һыҙат килеп сыға. Иҫке күперҙе нишләтергә, тип уйлағандар ҙа, бәлки йәйәүлеләр өсөн булыр, тип ҡуйғандар шикелле. Мәскәүҙең Арбаты һымаҡ йәйәү йөрөү урыны кәрәк ул беҙҙең баш ҡалаға ла. Әле Ағиҙел яр буйы төҙөкләндерелә бит. Моғайын, иҫке күпер юлы шуға барып тоташыр.

Бүленгән аҡсаны намыҫлы ғына итеп үҙләштерә (тотона) алһалар, Ағиҙел аша автомобиль күпере лә, йәйәүлеләрҙеке лә (әгәр ысын шулай реконструкция эшләһәләр) дан буласаҡ, тип өмөтләнәйек.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға