«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Арбитр "хөрмәтенә" һарыҡ ите менән бер тәрилкә



23.04.2019 Арбитр "хөрмәтенә" һарыҡ ите менән бер тәрилкә

20 апрелдә "Өфө" һәм "Арсенал" футболсыларының матчы үтте. Унда арбитр Владимир Москалев судья булған да, беҙҙең көйәрмәндәр уның эшенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Хатта баш ҡаланың бер кафеһында Москалев исемендәге һарыҡ ите блюдоһы бешергәндәр.

Был общепит үҙенең Instagramдағы сәхифәһендәге фотола ризыҡ менән шулай таныштырған:
- Ребята, мы недовольны судейством в игре с Арсеналом. Вы держались, как львы. Поэтому, справедливости ради, мы решили назвать наше блюдо из баранины в честь главного арбитра матча. Знакомьтесь, Уч-Панжа имени Москалева. Три шампура - олицетворяют судейский беспредел, безответственность и безграмотность, врезавшиеся в наше сердца навеки.

Уйын барышында арбитр беҙҙең футболсыларға - 22, тегеләргә 4 ҡағиҙә боҙоу яҙып ҡуйған. Көйәрмәндәребеҙ ныҡ көйгән. Арбитрға ҡаршы петиция ла ойоштороп ебәргәндәр.

Ә һарыҡ итенән шешлек үҙенсәлекле, ивет. Кемгәлер йәнен көйһә, газ плитаһы йә мейесме, мангалмы алдына барып баҫаһың да, вуа-ля, "...исемендәге сусҡа башы" йә "...хөрмәтенә һарыҡ ҡойроғо" менән тәрилкәңде шап иттереп өҫтәлгә килтереп тә ултыртаһың.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға