«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өлфәт Мостафиндың кемгә һүгенгәне билдәле булды



23.04.2019 Өлфәт Мостафиндың кемгә һүгенгәне билдәле булды

Бөгөн Өфө хакимиәтендә уҙған ултырышта мэр яңылыш һүгенеп ебәргән икән. Өлфәт Мостафин, оперативканы тамамлаған мәлдә, ҡағыҙына ҡарап үҙ алдына: “... , быны кем яҙған?” тип әйтеп һалған. Фраза һүндерелмәгән микрофон арҡаһында барыһына ла ишетелгән. Мэрҙың цензураһыҙ һөйләшеүенә берәүҙәр көлдө, икенселәр аңлап ҡабул итте, ә өсөнсөләр: “Әр кемгә адресланған булды икән?”, — тип баш ватты. Текст төҙөү өсөн мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһенә яуаплы була.


Ә Өлфәт Мансур улы үҙе был ҡылығынан ныҡ оялған, ти.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға