23.04.2019 МӘҢГЕЛЕКТЕҢ АСТЫ ИШЕГЕН
Бикбай киткән... Ҡабул итмәй күңел,
Еңел түгел ҡабул итеүе.
Мөмкин түгел!.. Юҡ, юҡ, мөмкин түгел,
Арабыҙҙан Уның китеүе.
Беҙҙең менән булды һәр саҡ шағир,
Беҙҙең менән ғүмер итәсәк.
Беҙҙән һуң да Уны килер быуын
Киләсәккә алып китәсәк.
Бикбай булды, бар һәм буласаҡ ул, –
Йәрәгендә йәшәр кешенең!
Юҡ, үлмәне шағир! Ул бары тик
Мәңгелектең асты ишеген.