23.04.2019 Кәрәкһә ипотекаңды каникулға оҙат!
Федерация Советы "ипотека каникулдары" тураһындағы законды раҫланы.
Әгәр ҙә кеше ауыр хәлгә дусар булһа (уға эштән ҡыуылыу, аҫраусыны юғалтыу, эшкә һәләтлелекте ваҡытлыса юғалтыу, I йәки II төркөм инвалидына әйләнеү, килемдең 30 проценттан ашыуға кәмеүе кеүек осраҡтан инә), ул ярты ғылға тиклем ипотека кредитын түләмәй тора аласаҡ.
Закон торлаҡты яңы алғандарға һәм ғәмәлдәге ипотекалары булған граждандарға берҙәй ҡағыла. Уның менән бер генә торлаҡтың эйәһе бер кредит килешеүе сиктәрендә ҡуллана ала.
Фатир эйәһен "ипотека каникулы"на оҙатыу өсөн банктарға биш көн биреләсәк. Кредитор заемсыға үҙгәртелгән түләүҙәр теҙмәһен тапшырырға тейеш. Льготалы мәл бөткәс кредит килешеүе шартта тәү төҙөлгәндәге кеүек ҡаласаҡ, аҡсаны ҡайтарыу ваҡыты күпме каникул алынған, шул сама ваҡытҡа оҙонаясаҡ. Заемсыларға үҙе теләгән ваҡытта алдан түләй башлау хоҡуғы бирелә.