«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарсыҡты талағандар



23.04.2019 Ҡарсыҡты талағандар


Ҡайҙа тәгәрәй был донъя? Кемдәргә ышанырға һуң?
Өфөнөң Пархоменко урамында йәшәгән 90 йәшлек әбейгә ике ҡатын үҙҙәрен « Энергосбыт» вәкилдәре итеп таныштырып, электр счетчигын тикшертергә килә. Берәүһе эшлекле ҡиәфәт менән фатир хужабикәһен һүҙгә әүрәткәндә, икенсеһе уңайлы мәлде файҙаланып, ҡарсыҡтың әйберҙәрендә соҡона. Аҡсаһын тиҙ генә табып алып, уның урынына ялған аҡсалар һалып ҡуя. Уғрылыҡ бер нисә көн үткәс кенә, әбекәйҙең ҡыҙы аҡса һорап килгәс асыҡлана.
Оло кешенең йыйып барған 260 мең аҡсаһына « айыу майы» һөрткәндәр.Әле был мутлашыусы ҡатындарға эҙләү иғлан ителгән.
Бурҙарға РФ Енәйәт кодексы буйынса биш йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға