«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәлил ауылында әүҙем, өлгөр балалар йәшәй!



23.04.2019 Хәлил ауылында әүҙем, өлгөр балалар йәшәй!

Әбйәлил районы Хәлил ауылы китапханаһының "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән хәбәр итәләр:

20 апрелдә Хәлил ауыл китапханаһы ла "Китапхана төнө" бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Киске сәғәт һигеҙҙән унынсы яртыға тиклем тиклем дуҫтар өсөн ишектәр асыҡ торҙо. Балалар СССР осорондағы телефон аппараты, пионерҙар ойошмаһы байрағы, кино күрһәтеү ҡорамалдары, уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән 1986 йылғы карта һәм үткән быуатта ҡалған кассеталы магнитофон янында ретро фотоға төштө.
Яҡынлашып килгән Еңеү байрамы ла онотолманы. Балаларға "Катюша" йырының тәржемәһе "Зәйтүнәкәй" тексы таратылды.

22 апрель билдәләнгән Ер көнөнә ҡарата китапхана дуҫтары Ильяс Фәтхетдинов, Денис Сәйфуллин экология буйынса китаптарҙан махсус репортаж әҙерләп, балалар алдында сығыш яһаны. Улар тиҫтерҙәрен еребеҙҙе һаҡларға, экологик өмәләрҙә ҡатнашырға һәм 27 апрелдә "Йәшел Башҡортостан " акцияһына ҡушылырға саҡырҙы.

Артабан балалар ер-һыу тарихы, әҙәби әҫәрҙәр буйынса төҙөлгән викторинала ҡатнашты. Еңеүселәрҙе Асҡар ауылынан эшҡыуар Илүзә Ғәлиуллина ("Глобус" кибете) биргән сағыу әкиәт китаптары менән бүләкләнек. Илүзә Мөнир ҡыҙына ярҙамы өсөн айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ.

"Ирекле микрофон" дан балалар үҙҙәре теләгән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.

Бына шулай итеп балаларҙың шәмбе ялы файҙалы үтте. Беҙҙең китапхананың дуҫы Денис Сәйфуллин ошо уҡ көндө көрәш буйынса район ярышында ҡатнашып, өсөнсө урын яуланы. Афарин! Еңеүҙәрең күп булһын.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға