«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кескәй Мәликәнең шатлығы



23.04.2019 Кескәй Мәликәнең шатлығы

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе етәксеһе Сания Ҡузбаева хәбәр итә:

Быйыл Төйлөгән ҡасабаһында тағы ла «Атай, әсәй, мин - спорт һөйгән ғаилә!» исемле спорт байрамы үтте. Унда райондың ете балалар баҡсаһы командалары ҡатнашты. Төйлөгәндән командалар: «Олимпик» ( «Снежинка»), «Дружная семья» («Солнышко»), «Улыбка» ( «Родничок»), ауылдарҙан Владимировканың «Радуга-спорт», «Оптимисты» (Ташла), «Комета» (Ивановка) һәм Аллабирҙенән «Йәйғор» көс һынашты.

Аллабирҙе ауылы һәм мәктәбенең намыҫын һаҡлау Зөлкәрнәевтарҙың татыу ғаиләһенә бирелде. Фуриә Шәһит ҡыҙы менән Рәмил Мирас улына йәш ата-әсәйҙәр менән алышыу еңелдән булманы, шулай ҙа улар бирешмәне. Күңелле ярыштарҙа атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә балалары менән бер булып һикерҙе, туптар менән төрлө күнегеүҙәр эшләне. Аяҡтар менән туп ҡыҫып йүгергәндә, Рәмил Мирас улы, ярты юл үткәс, туптың шыуып төшөп ҡалғанын белде һәм, кире боролдо, һынауҙы яңынан башлап, финишҡа барып етте.

Эйе, ярыш төрҙәре иғтибарлыҡ, етеҙлек, берҙәмлек талап итте. Ғаилә һөйөклө ҡыҙҙары Мәликә өсөн тырышты, уның шатлығы - атай менән әсәй өсөн баһалап бөткөһөҙ бүләк. Тәрбиәсе Нәилә Нәзир ҡыҙы Ҡуҙбаеваның ихлас шатланыуҙары ла Зөлкәрнаевтарҙы дәртләндерҙе, көс бирҙе. Ҡулса менән йүгереп барған Мәликә яратҡан тәрбиәсеһен ҡул болғап сәләмләп алырға ла өлгөрҙө, фотоға ла ихласлап төштө. Ҡыҙ бала өсөн был онотолмаҫ байрам булды, етмәһә, район етәкселәре уйынсыҡ бүләк итеп ҡыуандырҙы.















Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Ойоштороусылар


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға