23.04.2019 170 мең һумлыҡ һабаҡ
Оятһыҙ бурҙар ҡапҡанына йәнә 84 йәшлек пенсионер ҡатын эләккән. Уға 170 мең һумлыҡ матди зыян килтерелгән.
Кисә Өфө ҡалаһының 7-се һанлы полиция бүлегенә оло йәштәге ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итә. Көндөҙ сәғәт өстәр тирәһендә уның ишегенә йәш ҡыҙ шылтыратып, үҙен, газ хеҙмәте хеҙмәткәремен, тип таныштырып, газ плитәһен тикшереү һылтауы менән яңғыҙ йәшәгән ҡатындың фатирына инә. Уның артынса тағы ла бер ҡыҙ эйәреп килеп инеп, фатирығыҙ “бысранған”, уны доғалар ярҙамында таҙартыу талап ителә, тип әбейҙе алдап-алдап, башын ҡатырған. Улар сығып киткәс, хужабикә аҡсаларының һәм алтын биҙәүестәренең юғалыуын асыҡлай.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Әгәр һеҙгә коммуналь хеҙмәттәренән кемдер килә икән, танытмаһын күрһәтеүҙе һорағыҙ, шул кеше атаған хеҙмәткә шылтыратып, уның шунда эшләйме-юҡмы икәнен асыҡлағыҙ, ысынлап та тикшереү барамы икәнен белешегеҙ.
Их, оло кеше йәл... Алданалар бит һаман....