21.04.2019 Башҡорт күлдәген кейгән ҡыҙ... Юҡ, ат икән дә баһа!
- Мин кисә Салауат Юлаев майҙанына барып, йәне әрнеп ҡайттым, - ти Миңсырур апай. - Ике пониға башҡорт ҡыҙҙарының милли күлдәгенең итәген кейҙергәндәр. Башҡа пониҙар ҡәҙимге, толпар һымаҡ ҡанатлы, ә былары күлдәкле. Әҙәм мәсхәрәһе. Шул күлдәкте теккән кешеһен ташҡа үлсәйем.
"Почему ваши животные в таком костюме, а не вашем национальном костюме", - тигәйнем, хужаһы "А зачем?", - тип яуапланы.