«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дауаханала тараҡандар?! Дауалау ысулымы әллә?



20.04.2019 Дауаханала тараҡандар?! Дауалау ысулымы әллә?

Өфөләге 22-се дауахананың балалар лор бүлегендә тараҡандар йөрөй. Һы. Был бөжәктәр һаман бармы ни? Уларҙы бит телефондарҙан ҡасҡан тигәйнеләр.

Баҡһаң, бер ҡайҙа ла китмәгәндәр, имеш. Бер әсәй балаһы янына барған да, дауаханала тараҡан күреп, ҡото осҡан. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Ҡатындың ҡыҙы был бөжәкте ғүмерендә лә күргәне булмаған икән. Теге "ерән мыйыҡ" ҡыштыр-ҡыштыр килеп сыҡҡас, ҡыҙыҡай күршеһендә ятҡан баланың әсәһенән һораған. Яуапҡа, тараҡан, тигәнде ишеткән.

Был дауахананың балалар бүлегендә күптән ремонт булғаны юҡ, шуға тараҡандар үрсегән, тигән һығымтаға килгән әсәй кеше.

Әйткәндәй, уның социаль селтәрҙәге хәбәренән һуң, дауахана хакимиәте, сара күрербеҙ, тигән. Уй-йй, бахыр бөжәктәрҙе...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға