20.04.2019 Доғалар менән “дауалау” 1,5 миллион һумға төшкән
Өфөлә сираттағы пенсионерҙы алдағандар. Телевизорҙан алкоголизмдан дауа тәҡдим иткән рекламаны күреп ҡалған әбей, шунда уҡ күрһәтелгән номер буйынса шылтыратырға тотонған. Сөнки бисараның ҡыҙы көндән-көн эскелек һаҙлығына бата барған.
Дауалау доғалар ярҙамында алып барыласаҡ, тип аңлатҡандар әбейгә теге остан. Тик бушҡа түгел, тигәндәр.
Балаһын нисек булһа ла “йәшел йылан”дан йолоп алырға теләгән әбекәй ике аҙна буйы алдаҡсы әҙәмдәргә аҡса күсергән дә күсергән. Бер миллион ярым һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡас, ә “дауалау”ҙың һөҙөмтәһе булмағас, оло кеше төп башына ултыртҡандарын төшөнгән. Бөгөн уның ғаризаһы буйынса полиция тикшереү алып бара.