«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала милли проекттар тормошҡа ашырмы?



20.04.2019 Республикала милли проекттар тормошҡа ашырмы?

“Красноусольск” шифаханаһында республиканың башҡарма органдары, муниципаль район һәм ҡала округы етәкселәре өсөн стратегик сессия-семинар ойошторолдо. Сарала рреспублика Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров та ҡатнашты. Йыйындың төп темаһы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу.


РФ Президенты Владимир Путиндың май Указы нигеҙендә, төбәк 57 проектты тормошҡа ашырырға планлаштыра. Улар - иҡтисад үҫешенән алып халыҡҡа уңайлы йәшәү мөхите булдырыуға тиклем. Был эшкә урындағы үҙидара органдары ла йәлеп ителәсәк.

Шулай уҡ, инвестициялар йәлеп итеү механизмдары, халыҡ менән һөҙөмтәле эшләү алымдары, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре “түңәрәк өҫтәл”, интерактив лекциялар, тренингтар ярҙамында ҡаралды. Семинарҙа 2014 йылда Сочиҙағы Олимпиада уйындарына персоналдар әҙерләгән, Рәсәй Президентының кадрҙар резервын уҡытҡан, “Рәсәй лидерҙары” конкурсын ойошторған, Рәсәй Хөкүмәте һәм төбәк етәкселәре өсөн милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса сессиялар уҙғарған Рәсәй эксперттары һәм бизнес - тренерҙары сығыш яһаны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға