«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был айҙа ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде



20.04.2019 Был айҙа ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Омск ҡалаһына эшкә юлланған Хәлит Юлгилдин үле килеш табылған.

Вахтаға ул туғандары, ауылдаштары менән киткән булған. Юлдаштары әйтеүенсә, ир машинала иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Хатта автомобилдән ырғып төшөп ҡала яҙған, ике тапҡыр ҡасып маташҡан. Уңайлы мәлде файҙаланып, барыбер ҡасып китә Хәлит. Трассала яңғыҙы ҡалған ир туңып йән биргән. Уның дүрт балаһы ҡалған.

Тамаҡ аҫырау өсөн ситкә сығып киткән Башҡортостан кешеләренең төрлө хәлдәргә тарыуы, үкенескә, киң таралған күренеш. Был айҙа ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға