19.04.2019 Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт
Бөгөн Башҡортостан делегацияһы Ялтала. Ҡырымдың курорт ҡалаһында Бишенсе халыҡ-ара иҡтисад форумы бара. Радий Хәбиров Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов менән осрашты. Иң тәүҙә үк Аксенов Сибай балаларының үҙҙәрендә нисек ял итеүҙәрен һорашҡан.
– Улар бик һоҡланып, шатланып, ҡәнәғәт булып ҡайтты. Бик бай йөкмәткеле ял иткәндәр. Ҡайһы берәүҙәре Сибайҙан тәүгә ситкә сыҡҡан. Улар өсөн был мөғжизәле сәйәхәт булған. Ата-әсәләр, ҡала хакимиәте башлығы исеменән рәхмәт белдерәм, – тигән Радий Фәрит улы.
Ҡырым менән Башҡортостан араһы нығыраҡ йылына бара. Әлбиттә, беҙгә бирелгән балалар шифаханаһы өсөн рәхмәт. Киләсәктә Евпаториялағы был урын тағы ла күркәмләнәсәк.