«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бьорндален – эскесе?..



21.04.2019 Бьорндален – эскесе?..

Донъяның данлыҡлы биатлонсыһы, һигеҙ тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Уле-Эйнар Бьорндален йәш сағында эскелек менән мауыҡҡанын белдергән.

Атаһы заманында көмөшкә ҡойған була. Һәм ул 12 йәшендә, ата-әсә­һенән йәшереп, эсемлекте ауыҙ итеп ҡарай. Тора-бара уға өйрәнеп китеп, тәмәке лә тарта башлай. Тик оҙаҡҡа һуҙмай, насар ғәҙәттән ҡотола һалып, спорт менән шөғөлләнергә тотона. Һәм һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп-белеп тораһығыҙ. Олимпия «алтын»дарынан тыш, 20 тапҡыр донъя чемпионы ла була. Уҙған миҙгелдә яратҡан шөғөлөнән китә.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға