19.04.2019 Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә
Ҡайҙа, күпме, нисә һум, ниндәй күләмдә – әл дә был һорауҙарға яуап эҙләүҙе еңеләйтеүселәр бар. Төрлө рейтинг төҙөп ултырыусыларҙы әйтәм. Бына ошо арала арзан ҡунаҡханалары булған Рәсәй ҡалалары исемлеге лә баҫылып сыҡты.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, иң арзан ҡунаҡхана-отелдәр Санкт-Петербургта. Эҙләп таба алһаң, бер кешегә бер төнгә 513 һумға төшкәне лә бар. Aviasales эҙләүсеһе (поисковик) аша билдәләүҙәренсә, Красноярск, Дондағы Ростов, Һамар, Ҡазан ҡалаларында ҡунаҡханалар тәүлегенә 600 һумдан.
Нимәһе ҡыуандырып ҡуйҙы: беҙҙең баш ҡалала ла арзан отелдәр бар. Күршеләребеҙ Пермь һәм Силәбеләге кеүек Өфөлә лә бер көн йәшәү 640 – 700 һум тирәһе.
Мәскәүгә фәлән барһағыҙ, аҡсағыҙҙы йәлләһәгеҙ йә самалы булһа, 799 һумлыҡ иң арзан ҡунаҡхананы эҙләп ҡарағыҙ.
Әйткәндәй, арзандар араһында бер көнлөгө (тәүлек, төн) иң ҡиммәте Омскиҙа – кәмендә 960 һум.
Ҡунаҡхана һалымы индерелмәҫ элек йөрөп ҡалығыҙ. 2023 йылдан туристар өсөн һәр төнгә 100-әр һум һалым һаласаҡтар.