22.04.2019 Байрамдарығыҙ «Юлдаш» менән уртаҡ булһын!
Беҙҙең халыҡҡа хис-тойғоларҙы йыр-моң аша әйтеп биреү хас. Сөнки тап йыр-моң аша күңел ҡылдарының иң нескәләрен сиртергә, йөрәктә булып та, телгә килеп етә алмағанды аңлатырға мөмкин.
«Юлдаш» радиоһы алып барыусылары көн һайын һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ғүмер байрамдары уңайынан ҡотлай, изге теләктәргә ҡушып, йырлы бүләк тапшыра. Көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем башҡорт телендә, сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем татар телендә «Ҡәҙерле кешемә» тип аталған музыкаль ҡотлауҙар программаһы эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, касса аша хаттар киске сәғәт 5-се яртыға тиклем ҡабул ителә.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең һорауы буйынса, ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрергә була. Хат-сәләмдәрҙе интернет аша түләп биреү мөмкинлеге лә ҡарала. Ҡотлау биреү тәртибе һәм реквизиттар хаҡында тулы мәғлүмәт «Юлдаш» радиоһының рәсми сайты Bash-news.ru порталында һәм радионың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә бирелә. Яҡын кешегеҙҙең тыуып үҫкән, йәшәгән ере, ғаилә хәле, яратҡан эше, шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында мәғлүмәттәр яҙыуығыҙ һорала. Мөхәррирҙәр ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр өҫтәп, тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шәрифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙыуығыҙҙы үтенәбеҙ. Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙың ике вариантта булыуы. Беҙҙең реквизиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә-иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru. Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск менән 750 һум.
Белешмәләр өсөн телефон – 262-88-18.
Байрамдар уртаҡ булһын!