«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!



19.04.2019 Донъялағы иң шәп дәүләт сайты беҙҙә!

Беҙҙең илдә кеше иң күп йыйылған урын ҡайһы ер беләһегеҙме? Һуң, уны белеп тороу ҙа кәрәкмәй, яуап ябай – сираттар. Сират. Сират. Сират. Унда мотлаҡ биш-алты кеше талаша, мотлаҡ өс-дүрт кеше сиратын юғалта, мотлаҡ...

Кәрәк ерҙә кеше артыҡ күп йыйылмаһын өсөн 2009 йылда “Дәүләт хеҙмәте порталы” (”Портал госуслуги”) барлыҡҡа килә лә инде. Рәхмәт уны уйлап табыусыларға!

Әле был порталда 86 миллиондан ашыу физик шәхес, 462 мең юридик ойошма теркәлгән.

Өйөңдән сыҡмай ғына, компьютер йә смартфоныңды ҡулланып, теләһә ҡайһы проблемаңды хәл итә алаһың. Ошо портал аша, йәғни. Былтыр “Госуслуги”ға бер миллиард тапҡыр ингәндәр, 60 миллиондан ашыу ғариза ебәргәндәр.

Иң таралған һорау (запрос) – Пенсия фондындағы шәхси иҫәп торошо. 2018 йылда был һорау 16 миллион тапҡыр ебәрелгән. Икенсе урында транспортты теркәү. Өсөнсөлә – водитель таныҡлығы алмаштырыу, дүртенселә – сит ил паспорты эшләтеү.

Порталда 1,199 мең дәүләт хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә була. Был күрһәткестәр буйынса “Госуслуги” донъяла иң популяр дәүләт сайты. Үәт, бит!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға