«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота



19.04.2019 Ҡатын-ҡыҙҙарға – квота

Ялталағы иҡтисад форумында топ-менеджмент һәм дәүләт органдарына гүзәл затты күберәк эшкә алыу хаҡында бәхәс ҡупты.

Беҙҙең республика өсөн бирелгән майҙанда ҡатын-ҡыҙҙың бизнес өлкәһендә, дәүләт менән идара итеүҙәге роле тураһында һөйләштеләр.

Был дискуссия юҡтан ғына бар булманы. Беҙҙең илдә етәкселектә ҡатын-ҡыҙҙар әҙ. Тигеҙлек юҡ. Ирҙәр беҙгә ышанмаймы әллә?

Тикшеренеүҙәр буйынса гендер айырмаһы индексы буйынса Рәсәй 144 дәүләт араһында 75-се урында тора. Йүнле урын түгел был. Белгестәр иҫәпләгән: ҡатын-ҡыҙҙың уртаса эш хаҡы ирҙәрҙекенән 40 процентҡа тиерлек түбән. Быйылға компаниялар етәкселегендә гүзәл зат өлөшө 41 генә процент. Күрһәткес бер нисә йыл элеккегә ҡарағанда төшкән.

Рәсәйҙең “ОНА” феминистик берләшмәһе мәғлүмәттәренсә, компанияларҙың генераль директорҙары иҫәбендә ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө – 2,4, директорҙар советында 8 процент ҡына.

“Женщины в Советах директоров” проекты лидеры Елена Рычкалова белдереүенсә, етәкселектә ирҙәр генә булған компанияларҙа капиталлаштырыу 3,8 процентҡа кәмегән.

Ялталағы дискуссия ҡыҙыҡ барҙы, тип баһалағандар ҙа шундай һөҙөмтә яһарға була, тигәндәр: ҡатын-ҡыҙҙар идара итеү сифатын күтәреүгә тура килерлек холоҡҡа эйә. Яуаплылыҡ көслө, һығылмалылыҡ бар, кеше менән еңел килешәләр, шуға ҡушып, кредит буйынса түләнмәгән бурыстары ла әҙерәк була, имеш.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға