19.04.2019 Мортаза Рәхимовтың бронялы "Мерседесы" кәрәкмәйме?
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы БР Хөкүмәте гаражы милкен - ике "Мерседес-Бенц" автомобиле һатыуға аукционға ҡуйған.
Уларҙың береһе 2000 йылғы "Мерседес-Бенц Е240". Моторы ҡеүәте 170 ат көсө, 272 мең саҡрым юл үткән. Автомобилдең йөрөү өлөшөнә ремонт кәрәк, артҡы ҡанаттары тутыҡҡан. Лот хаҡы 316 900 һумдан башлана.
Ә бына икенсе лот күпкә ҡыҙығыраҡ. 2002 йылғы "Мерседес-Бенц S600L" кузовы эсендә йәшерен броня бар - был иһә пистолет, автомат пуляһынан һаҡлай. Машина 71 меңән ашыу саҡрым юл үткән, старт хаҡы 1 млн 250 700 һум.
Броневик "Мерседес"ҡа заманында Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ултырып йөрөгән. Ул башлыса Өфө эсендә ҡулланылған, шуға күрә лә километражы аҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы райондарға "Лексус" менән сыҡҡан.
2010 йылдан һуң "Мерседес"ты хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре ҡулланған, аҙаҡ уны гаражға ҡуйғандар.