«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙ, әй юҡ, ҡатын урлау



19.04.2019 Ҡыҙ, әй юҡ, ҡатын урлау

Беҙҙең заманда ла ҡатын урлаусылар бар икән.

Учалы районы эске эштәр бүлегенә шылтыратыусы берәү 39 йәшлек апаһын урлауҙарын хәбәр итә. Ориентировка булғас ни полиция шунда уҡ бурҙың эҙенә төшә. Ә ул Йылайыр районынан 36 йәшлек ир, әйтәгүр! Бына ниндәй романтик хистәр, тиер инең, был икәү гражданлыҡ никахында йәшәп айырылышҡан булған икән. Ир үҙенең “хаҡлығын” йоҙроҡтар ярҙамында аңлатырға яратҡан, баҡһаң. Ҡатын йәберләүгә түҙмәй ташлап сығып киткәс, тегеһе артынан эҙәрлекләгән.


Их, Учалы – Мәләүез трассаһында машинаһын туҡтатҡан автоинспекторҙарға ҡатынға ҡарата һөйөүен күпме аңлатып ҡарамаһын, полиция ирҙе тыңларға теләмәгән. Шул кәрәк һуғыш суҡмарына! Әлеге ваҡытта уға ҡарата "Кеше“урлау” статьяһы буйынса енәйәт эшен дә ҡуҙғатҡандар, ти.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА.
Фото: pixabay. com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға