«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бруталь ир-егет бармы арағыҙҙа?



18.04.2019 Бруталь ир-егет бармы арағыҙҙа?

Хыянатсы ир йөҙөнән таныла. Ысын. Ғалимдар шулай ти.

Австралия ғалимдары ҡатын-ҡыҙға 189 ирҙең фотоһын күрһәтеп, байтаҡ һорауға яуап тапҡан. Бер юлы фотолағы ир-егеттәрҙән һөйгәндәренә хыянат итәме-юҡмы икәнен дә белешкәндәр. Нимәһе ҡыҙыҡ: ҡатын-ҡыҙҙар хыянатсыларҙы дөрөҫ билдәләгән.

Гүзәл зат бөтәһен дә белә ул. Тик ҡайһы берҙә өндәшмәүҙе хуп күрә. Шулай ҙа ғалимдар төпсөшә торғас, хәлдең айышына төшөнә алған.

Баҡһаң, ир-аттың эйәге - ҙурыраҡ, ирене нәҙегерәк булһа, ҡаш өҫтө сығыңҡырап торһа, был йөҙ-ҡиәфәт ҡатындар белдереүенсә, "бруталь", йәғни тупаҫ та, көслө лә, ҡаты ла, тәүәккәл дә ирҙеке икән. Тап шундайҙар хыянат итә лә инде. Тап шундайҙарҙы ҡатын-ҡыҙ эҙләй, ярата, имеш.

Әммә ғалимдар шуны ла иҫкәртә: бындай йөҙлө һәр кем дә хыянатҡа бармай.

Әйткәндәй, хыянатсы ҡатындарҙы бармаҡтарынан төҫмөрләп була. Быныһы инде икенсе тема. Сер булып ҡалһын әлегә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға