«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар. “Илағандар” үҙенә кәрәген ала!



18.04.2019 Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар. “Илағандар” үҙенә кәрәген ала!

Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар. “Илағандар” үҙенә кәрәген ала!Нефтекамскиҙа прокуратура урындағы дауахананың баш табибын 2-се төркөм инвалидын дарыуҙар менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итергә мәжбүр иткән.

Ауыр сиргә дусар булған 55 йәшлек ир бушлай алырға тейешле медикаменттарҙы быйыл өҙөклөктәр менән генә һәм тейешенән аҙыраҡ күләмдә алған. Бынан тыш былтыр сентябрь айында уҡ ул терапевҡа өҫтәмә препараттар тәғәйенләнеүе тураһында неврологтың рекомендацияһын да килтергән, әммә яңы дарыуҙарҙы тәғәйенләүҙе ҡараған табиптар комиссияһы прокуратура тикшереү башлағас ҡына был мәсьәләне хәл иткән.
Әлеге ваҡытта инвалид кәрәкле препараттар менән тәьмин ителгән. Дауахананың дүрт хеҙмәткәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Был - аҡыллыларға ишара...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға