«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бына һиңә: наркомандарҙың да “праваһы” булған!



18.04.2019 Бына һиңә: наркомандарҙың да “праваһы” булған!

Учалы район-ара прокуратураһы наркотиктар ҡулланыу сәбәпле яуаплылыҡҡа тарттырылған кешеләрҙең водитель танытмаһын алыуҙарының законлылығын тикшерҙе.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының наркологында иҫәптә «наркомания» диагнозы менән торған алты кешенең транспорт средствоһы менән идара итеүе асыҡланған. Был кешеләрҙең юлда (хәйер, юлда ғынамы!), әлбиттә, һәр кемгә хәүеф тыуҙырыуы ихтимал, шуға ла район-ара прокуроры тарафынан судҡа был кешеләрҙең транспорт менән идара итеү хоҡуғын туҡтатыу тураһында ғариза бирелә.
Учалы район судының ҡарары буйынса ул кешеләр водитель танытмаһынан мәхрүм ителде.

Башҡа ҡала һәм райондарҙа ла шундай уҡ тикшереүҙәр үтһен инде!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға