«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала халҡы, өшөшмө?



18.04.2019 Баш ҡала халҡы, өшөшмө?

Баш ҡала халҡы, өшөшмө?Өфөлә етмеш өс йыл буйына тотороҡло һаҡланған температура рекордына “кәпис” булды. Бындай һалҡын апрель төнө 1946 йылдан алып күҙәтелгәне юҡ икән!

Гидрометеорология үҙәгенең республика идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, 18 апрелдә төнөн Өфө-Дим станцияһында һауа температураһы -9,9 градусҡаса тиклем төшкән. Ә бит етмеш өс йыл элекке рекорд -9,5 градус ине!

Өфө-Аэропорт метеостанцияһында тағы ла һыуығыраҡ булған - -10,2 градус. Ләкин иң һалҡын төндө Балаҡатай районының Ямаш метеостанцияһында кисергәндәр - унда термометрҙар -14,5 градусты күрһәткән!

Башҡа райондарҙа, тау-таш араһында, йылға-күл буйҙарында ятҡан ауылдарҙа бөгөн төндә нисә градус булды икән, тип баш ватабыҙ хәҙер...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға