18.04.2019 Өсөнсө бала табығыҙ һәм ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум алығыҙ!
РФ Хөкүмәте өсөнсө һәм унан күберәк бала тыуғандан һуң ипотека кредитын ҡаплауға бер тапҡыр 450 мең һум бирелеү законына үҙгәрештәр индерәсәк. Премьер-министр Дмитрий Медведев хөкүмәттең Дәүләт Думаһына йыл да яһалған отчетында ошо хаҡта белдерҙе.
- Ғаиләләргә икенсе һәм унан уңғы бала тыуғандан һуң яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирға 6 процентлыҡ льготалы ипотека һиҙелерлек ярҙам буласаҡ, - тине Дмитрий Анатольевич. - Бынан тыш, беҙ өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуғандан һуң ипотека кредиттары суммаһынан 450 мең һумды ҡаплаясаҡбыҙ. Әле беҙ бындай үҙгәрештәрҙе закондарға индерәбеҙ. Был эштә депутат коллегалар ҙа әүҙемерәк ҡатнашыр тип ышанам.
Ғәрип бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән Дмитрий Медведев властар бындай балаларҙы тәрбиәләүсе эшһеҙ ата-әсәләргә дәүләт ярҙамын арттырҙы тип белдерҙе. Быйыл 1 июлдән уларға бирелгән аҡса суммаһы икегә артасаҡ һәм был ярты миллионға яҡын ғаиләгә ҡағыласаҡ.