«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кино ҡарарға һәм китап алырға барғанда паспорт онотмағыҙ



18.04.2019 Кино ҡарарға һәм китап алырға барғанда паспорт онотмағыҙ

РФ Дәүләт Думаһы үҙенең аҙаҡҡы, өсөнсө уҡыуында шундай закон ҡабул итте.

Хәҙер кинотеатр һәм китапханаларҙа 18 йәштән өлкәнерәк категорияға ҡаралған мәғлүмәт продукцияһы күрһәтелһә, уларға балиғ булмағандар индерелмәйәсәк. Тыйыу кино- һәм видеоға, тамашаларға һәм уларҙың анонстарына, китапханаларҙағы баҙма продукцияға ҡағыла.

Әгәр ҙә контролер йәки кассир балаға 18 йәше тулмаған тип уйлаһа, ул унан паспорт йәки башҡа документ талап итә аласаҡ. Баладар фильмдары алдынан 18 йәштән өлкәндәр өсөн фильмдарға реклама күрһәтеү ҙә тыйылды.

Ошондай уҡ система китапханаларҙа ла буласаҡ. "+18" тип тамғаланған китаптар менән журналдар китап уҡыусыға тик документ күрһәтелгәс кенә биреләсәк. Бындай продукцияның вендинг автоматтары аша һатыу ярамаясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға