«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туҡайға һәйкәл асылды



18.04.2019 Туҡайға һәйкәл асылды

Бөгөн Өфөнөң "Нур" театры алдындағы майҙанда тантаналы рәүештә төрки донъяһының арҙаҡлы шәхестәренең береһе Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды.

Иҫтәлекле көн Башҡортостанда Татарстан көндәре үтеүенә тура килде. Тантанала ике республика етәкселәре - Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Иртәнге һигеҙ генә булыуына ҡарамаҫтан һәйкәл урынлашҡан майҙан халыҡ менән шығырым тулы ине. Был шағир Туҡайҙың ни тиклем дә һөйөклө шәхес булыуына бер дәлил.

"Һәйкәл асылыуы - ике туғандаш республика өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға. Хәҙер беҙҙең, башҡорт һәм татар халҡының дуҫлығының яңы символы бар", - тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

"Башҡортостанға рәхим ит, бөйөк Туҡай!"- тип тамамланы һүҙҙәрен беҙҙең республика етәксеһе.

Уға яуап итеп Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов та тантананың әһәмиәтен билдәләне, беҙҙе 100 йыллыҡ юбилей менән ҡотланы һәм Ғабдулла Туҡайҙың татар халҡы өсөн генә түгел, ә бөтә төрки халыҡтарының да билдәле шәхесе булыуын әйтте.

Һәйкәл Туҡайҙың "Туған тел" шиғырына яҙылған йыр менән асылды. Был йырҙы кем генә белмәй! И туған тел, и матур тел...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға