17.04.2019 Өфөлә йәшәһәң, исемең Айгөл булһа - Вәлиди китапханаһына бара һал!
20 апрелдә "Китапханалар төнө - 2019" бөтә Рәсәй акцияһы мәлендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана "Айгөл иле" сараһын үткәрергә йыйына. Ул Театр йылына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналасаҡ.
Сара үткәреүгә китапхана юҡҡа һайланмаған - бында 12 Айгөл эшләй.
Осрашыуҙа Мостай Кәримдең "Айгөл иле" пьесаһы, спектакле буйынса фекер алышыу үтәсәк, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Айгөл Һағынбаева, йырсы, режиссер Айгөл Үтәгәнова, рәссамдар Айгөл Байрамғолова, Айгөл Бикбаева һәм башҡа күренекле Айгөлдәр үҙҙәренең ижады менән таныштырасаҡ.
"Айгөл иле"ндә һәр Айгөлгә бүләк биреләсәк. Паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып килергә кәрәк буласаҡ.
Айгөлдәр байрамы киске сәғәт 6-ла уҙасаҡ.