17.04.2019 Күршеләр килә ҡунаҡҡа
Бөгөн республикабыҙҙа Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға ҡарата Татарстан Республикаһы көндәре башлана.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында сараны рәсми асыу тантанаһы «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк. Унда күршеләрҙең сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт буласаҡ.
Татарстан Президенты татар - ижтимағи ойошмалары етәкселәре менән осрашасаҡ. «Нур» татар дәүләт театры алдында арҙаҡлы татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. «Дуҫлыҡ күпере» күргәҙмәһен дә ойоштороу ҡаралған. « Өфө- Арена» боҙ һарайында « Салауат Юлаев» һәм «СК им. Урицкого» командалары ветерандары араһында хоккей буйынса дуҫлыҡ матчы уҙасаҡ.
Икенсе көн ике республиканың эшлекле даирәләрен бизнес-форум көтә. Бында бер нисә өлкәлә килешеүҙәр төҙөләсәк. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, кесе бизнес, туризм, йәштәр сәйәсәте һәм архив эше кеүек һигеҙ йүнәлештә «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороласаҡ. Ике көнлөк программа Өфө дәүләт татар “Нур” театрында “Ҡазан” бейеү ансамбленең “Ҡазан хазинаһы” тарихи-хореографик спектакле менән тамамлана.