«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғалимдар яман шешкә ҡаршы вакцина уйлап тапҡан



17.04.2019 Ғалимдар яман шешкә ҡаршы вакцина уйлап тапҡан

Фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡан рагы -лейкозды туҡтата алған вакцина эшләнгән. Уны яман шешкә ҡаҙағандан һуң препараттағы стимулятор иммун күҙәнәктәрҙе шешкә яҡын килтергән. Артабан түбән дозалы радиотерапиянан һуң ҡаҙалған икенсе препарат иммун системаның "Т-киллер" күҙәнәктәрен химик сигналдар бирергә өйрәтә.

Һынауҙарҙа 11 пациент ҡатнашҡан. Уларҙа уколдарҙан һуң ремиссия күҙәтелә. Әле был дауалау төрөн тағы ла тикшерәсәктәр.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға