«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 27 миллион һум бурысҡа алған да тайған



16.04.2019 27 миллион һум бурысҡа алған да тайған

Мәләүез районынан бер ҡатын, 2010 йылдан алып таныштарынан бурысҡа аҡса алып торор булған. Төрлө сәбәптәр менән бурыстарын кире биреүҙән баш тартҡан.


Ә ғинуар айында кредиторҙарынан ҡасып, Башҡортостандан ситкә сығып киткән. Мут ханымды федераль эҙләүгә биргәндәр һәм Мәскәүҙә ҡулға алғандар.

Бөгөн унан 30 кеше зыян күргән, бурыс күләме — 27 миллион һумдан ашыу. Енәйәт эшенең барышын район-ара прокуратура контролдә тота.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға