«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нашатыр менән клизма



16.04.2019 Нашатыр менән клизма

Ишембай ҡала дауаханаһында өс йәшлек балаға нашатыр менән клизма яһаған шәфҡәт туташын хөкөм итәсәктәр.


Ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеге боҙолған сабыйға нашатыр менән клизма яһаған һәм уның сәләмәтлегенә етди зыян килтергән медицина хеҙмәткәре суд алдына баҫасаҡ.

Аҡ халатлының вайымһыҙлығы арҡаһында, баланың йыуан эсәге химик бешеүҙән зыян күргән. Республика балалар клиник дауаханаһында малайға ҡатмарлы операция яһалған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға