«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Стратолаунч" - донъялағы иң ҙур самолет



16.04.2019 "Стратолаунч" - донъялағы иң ҙур самолет

Америкала донъялағы иң ҙур самолет - "Стратолаунч модель 351" тәүге тапҡыр осто. Ул Мохава сүллеге өҫтөндә 5,1 саҡрым бейеклектә ике сәғәт ярым осҡан.

Самолет ике фюзеляждан һәм алты моторҙан тора. Уның ауырлығы буш саҡта 250 тонна, йөк-яғыулыҡ менән 590 метр, ҡанаттар киңлеге 117 метр тәшкил итә. Быға тиклем Ан-225 "Мрия" иң ҙур самолет тип һанала ине. Уның массаһы 250 т, 250 тонна йөк күтәрә ала, ҡанаттары киңлеге 88,4 метр.

"Стратолаунч"тың ике фюзеляжы араһына күп баҫҡыслы ускоритель ҡуйыласаҡ. Самолет ярҙамында 11 мең метр бейеклектән йыһанға ракеталар осорасаҡтар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға