«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эштән һуң диспансеризация үт!



16.04.2019 Эштән һуң диспансеризация үт!


Граждандарға өс йыл һайын сәләмәтлеген тикшереү өсөн диспансеризация үтеү ҡаралған. Әммә күптәребеҙ был мөмкинлек менән файҙаланмай. Сәбәбе- ваҡыт юҡлыҡҡа һылтау.
Хәҙер Рәсәйҙә диспансеризацияны киске ваҡытта, шәмбе көндәрендә лә үтеп буласаҡ. « Был эште ойоштороу- төбәктәрҙең яуаплылығында», - тип белдергән хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев. Ошо турала түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына үҙгәрештәр индерелгән ҡарарға ҡул ҡуйылды.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға